18:23 (UTC+5), 15 Ноября 2012

Өфөлә юғары сифатлы йорт төҙөлдө

Галина Бахшиева
Өфөнөң «Глумилино» биҫтәһендә «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн сираттағы күп ҡатлы йорт төҙөлдө. 138 фатир өй туйлаусыларға уникаль корпоратив ипотека кредитлауы программаһы буйынса һатыласаҡ, уға ярашлы проценттарҙы түләүгә сығымдарҙы предприятие үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Яңы йортта төҙөлөш-монтажлау эштәре 2010 йылда башланып, 2012 йылдың октябрендә тамамланған. Әлеге ваҡытта йорт алды территорияһы төҙөкләндерелгән, үҫентеләр ултыртылған, балалар ҡаласығы булдырылған.
Объектты файҙаланыуға тапшырыу айҡанлы үткәрелгән тантаналы сарала «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов сығыш яһаны. Яңы йортта балаларҙың шат тауыштары йышыраҡ яңғыраһын, тине ул өй туйлаусыларҙы ҡотлап.
– «Газпром трансгаз Өфө» социаль йүнәлештә эшләгән компания булып тора. Уның хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән йорт – юғары сифатлы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ҡала буйынса төҙөлөш йәһәтенән бындай кимәлгә әлегә етә алмайбыҙ. Был йорт – баш ҡаланың өлгөлө объекттарының береһе булып тора, - тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Уның һүҙҙәренсә, ҡаланы бюджет ресурстары иҫәбенә генә үҫтереп булмай. Үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө программаларҙы тормошҡа ашырған ҙур сәнәғәт предприятиеларының ярҙамынан тыш, Өфөлә йылына бер миллион квадрат метр күләмдә торлаҡ төҙөү мәсьәләһен хәл итеп булмаясаҡ, тине ҡала мэры. Бындай күләмгә беҙ өс йылдан сығырға тейешбеҙ. Ирек Ялалов һүҙҙәренсә, 2012 йылда Өфөлә 720 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Һәм бында ла «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең өлөшө ҙур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика