08:41 (UTC+5), 12 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты Толбазыла кирбес етештереү буйынса предприятие төҙөү барышын тикшерҙе

Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин
Рөстәм Хәмитов Толбазы ауылында кирбес етештереү буйынса ҙур предприятие төҙөү барышын тикшерҙе. «Ҡыҙыл таш» предприятиеһы 2008 йылда төҙөлә башлай. Иҡтисади көрсөк йылдарында төҙөлөш туҡтатыла. Был ваҡытҡа ҡорамалдарҙың бер өлөшө Италиянан заводҡа килтерелгән була. Бөгөнгө көнгә иһә барлыҡ ҡорамалдар ҙа һатып алынған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме бер миллиард 300 миллион һум тәшкил итә. Уларҙың бер миллиарды үҙләштерелгән. Йәнә 300 миллион һум күләмендә заем средстволары табып булһа, предприятие йәйгә әҙер буласаҡ. Яңы завод йылына 80 миллион дана кирбес һәм блок етештерәсәк. Заводта балсыҡ, ҡом һәм бысҡы вағы кеүек урындағы сеймал ҡулланыласаҡ. Предприятие пилорама ла һатып алған.
Республика Президентының предприятиеға эш сәфәре барышында әҙер кирбесте заводтан сығарыу мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Завод тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, Толбазы ауылы аша көнөнә 58-гә яҡын фура үтеп йөрөйәсәк, шуға күрә бында урау юл төҙөү ихтыяжы килеп тыуа. Рөстәм Хәмитов Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөнировҡа әлеге мәсьәләне хәл итергә ҡушты.
Башҡортостан Президенты шулай уҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын ҡараны. Ул яңыраҡ төҙөлгән һәм 19 йылға иҫәпләнгән. Әммә предприятиела сүп-сарҙы сорттарға айырыу һәм уны эшкәртеү линиялары юҡ, шуға күрә полигондың тиҙ тулыуы бар. Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Марат Ишемғолов билдәләүенсә, әлеге объектты икенсе милек формаһына күсереп, 15 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылдарҙан ҡалдыҡтар йыйыуҙы ойошторорға кәрәк.
Район буйлап эш сәфәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов артезиан һыуы сығарыу предприятиеһында булды. Ул 2011 йылда эшләй башлаған. Тәүлегенә предприятие 10 меңгә тиклем 1,5 литрлыҡ шешә етештерә.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика