05:30 (UTC+5), 07 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты һәм ГосНИИгенетика белгестәре төбәктә сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда биополимерҙар етештереү буйынса ике завод төҙөү планлаштырыла. Улар Бөрө һәм Благовещен ҡалаларында урынлашасаҡ.
— Сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү буйынса беҙҙә етди пландар бар. Мәҫәлән, Бөрөлә һәм Благовещенда биополимерҙар етештереү буйынса ике завод төҙөргә планлаштырабыҙ, - тип хәбәр итте республика Президенты Рөстәм Хәмитв 6 ноябрҙә Өфөлә үткән төбәктә сәнәғәт биотехнологияларын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә.
Тармаҡ мөмкинлектәрен БР Президенты ГосНИИгенетика вәкилдәре менән тикшерҙе.
— Биотехнологиялар мәғлүмәт һәм нанотехнологиялар менән бер рәттән ил иҡтисадының инновацион секторын нығытыуҙың төп йүнәлештәре булып тора. 2020 йылға тиклем биотехнологияларҙы үҫтереү буйынса быйыл ҡабул ителгән федераль программа биотехнологиялар ҡулланылған продукттар етештереү күләмен 30 тапҡырҙан ашыуға арттырыуҙы күҙаллай. Күпселек йәһәттән был күләмдәр сәнәғәт биотехнологияларын тиҙ үҫтереү иҫәбенә артырға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Һүҙ яңы тармаҡ булдырыу тураһында бара, күләмдәре буйынса ул файҙалы ҡаҙылмалар нигеҙендәге традицион производстволарҙан ҡалышмаҫҡа тейеш.
Әлеге ваҡытта Рәсәй биотехнологиялар үҫеше буйынса донъя кимәлендә бик артта ҡалған, ә 1980-се йылдарҙа әле илебеҙ биотехнология продукттары етештереү буйынса Америка Ҡушма Штаттарынан ғына ҡалышҡан. Бының төп сәбәбе, БР Президенты билдәләүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән биотехнология һәм фармацевтика продукцияһының күпселек өлөшөнөң конкурентлыҡҡа һәләте түбән булыуында, ғилми эшләнмәләрҙе тейешле кимәлдә финансламауҙа һәм квалификациялы кадрҙар етешмәүҙә.
— Тармаҡты тейешле кимәлдә ойоштороу, системаға һалыу етешмәй, - тине ГосНИИгенетика предприятиеһының ғилми етәксеһе Владимир Дебабов.
ГосНИИгенетика белгестәре биотехнологиялар тармағын үҫтереү буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәре менән бүлеште, перспективалы йүнәлештәр хаҡында һөйләне.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика