10:27 (UTC+5), 31 Октября 2012

Башҡортостанда федераль контракт системаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ

Галина Бахшиева
Федераль контракт системаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан илдең пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ.
— Ике йыл элек РФ Иҫәп палатаһы менән Башҡортостан Републикаһы хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Был хеҙмәттәшлек сиктәрендә беҙ мөһим темаларҙың береһен билдәләнек – Федераль контракт системаһы тураһындағы законды тормошҡа ашырыу йәһәтенән республика пилот проекты булараҡ сығыш яһаясаҡ. Бының өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар: тейешле структура, үҫешкән сәнәғәт, һөҙөмтәле эшләгән менеджмент, хоҡуҡ һаҡлау органдарының яҡшы эшләүе, - тине 31 октябрҙә Өфөлә үткән «Федераль контракт системаһы – конкурентлы Рәсәйҙең үҫеш нигеҙе» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы менән република араһында, федераль контракт системаһын тормошҡа ашырыуҙан тыш, башҡа өлкәләрҙә лә эшлекле мөнәсәбәттәр булдырылған.
— Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы бюджетты формалаштырыуҙа беҙгә методик ярҙам күрһәтә, бөгөн был эштәр тулы көскә алып барыла. Әлбиттә, Иҫәп палатаһы беҙҙе тикшереп тора, был эш федераль һәм республика бюджеттары ресурстары йәһәтенән алып барыла. 2013 йылда федераль контракт системаһын нәҡ беҙҙең республикала, беҙҙең предприятиеларҙа тормошҡа ашыра башлау беҙҙең өсөн генә түгел, тотош ил өсөн дә етди аҙым буласаҡ, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика