Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Октябрь 2012, 18:55

Башҡортостан менән Япония үҙ-ара тауарҙар әйләнешен үҫтерергә ниәтләй

Японияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тикахито Харада Япония менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре араһында химия сәнәғәтен, инфраструктураны үҫтереүҙе һәм автомобилдәр өсөн комплектлаусы изделиелар етештереүҙе атаны. Был хаҡта ул 29 октябрҙә Өфөлә Япония менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади һәм инвестицион хеҙмәттәшлек буйынса конференцияла хәбәр итте. Был берлектә үткәрелгән икенсе конференция, беренсеһе Башҡортостан баш ҡалаһында 2011 йылдың июнендә үткәрелгәйне.
— Барлыҡ был өлкәләрҙә бөгөн Япония компаниялары Башҡортостандан партнерҙары менән һөйләшеүҙәр алып бара. Әлеге форум ярҙамында беҙҙә башҡа уртаҡ проетттар ҙа барлыҡҡа килер, тип ышанам. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа Япония һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, - тип билдәләне Тикахито Харада.
— Японияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһенең Башҡортостанға визитын Япония менән Башҡортостан араһында сауҙа, технологик, инвестицион хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ иткән факторҙарҙың береһе итеп ҡабул итәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов.
Уның һүҙҙәренә, һуңғы йылдарҙа ике яҡ араһында мөнәсәбәттәрҙең әүҙемләшеүенә ҡарамаҫтан, Япония менән Башҡортостандың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре әлеге ваҡытта тулыһынса файҙаланылмай.
– Япония менән Башҡортостан араһындағы сауҙа әйләнешен алып ҡараһаҡ, 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса уның күләме ни бары 45 милион АҠШ доллары тәшкил итә. Был, әлбиттә, беҙҙең республикала һәм шулай уҡ Японияла булған мөмкинлектәргә тап килмәй. Һәм беҙҙең бөгөнгө конференция, тәү сиратта, инвестицион хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереүгә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, - тип белдерҙе Илшат Тажетдинов.
Бөгөн тормошҡа ашырылған уртаҡ проекттар иҫәбендә Илшат Тажетдинов 2011 йылдың октябрендә «Газпром Нефтехим Салауат» һәм «Мицубиши Хеви Индастри» араһында төҙөлгән килешеүҙе, «Мицубиши Моторз» компанияһының Калугалағы заводы өсөн комплектлаусы изделиелар поставкалаған «Белзан» заводын атаны. Шулай уҡ Япония вәкилдәре Нефтекманың «Автопласт» заводы менән берлектә автомобиль сәнәғәте өсөн полимер изделиелар етештереү буйынса предприятие булдырырға теләк белдерҙе.
Әлеге форумдың беренсе көнөндә тематик түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыусылар нефть химияһы, машиналар эшләү, медицина, ИТ-бизнес өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерәсәк. Шулай уҡ Япония делегацияһы «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционрҙар йәмғиәтенә һәм БР Нефть химияһы һәм эшкәртеү институтына барасаҡ.
Шишәмбе, 30 октябрҙә, Японияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тикахито Хараданың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуы үткәрелә.
Бынан тыш, конференцияның аҙаҡҡы көнөндә Япония делегацияһы Өфө трансфоматор заводына барасаҡ.
Автор:Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас: