05:07 (UTC+5), 23 Октябрь 2012

Башҡортостанда иң уңышлы ҡала һәм райондар рейтингы төҙөлдө

Әлфиә Шәрәфетдинова
2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың иң уңышлы муниципалитеттары рейтингы республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы менән төҙөлдө. Комплекслы социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн лидер биләмәләр БР бюджетынан гранттар аласаҡ. Был маҡсаттарға бүленгән средстволарҙың дөйөм күләме 200 миллион һум тәшкил итә.
Муниципаль райондар араһында Баҡалы, Ҡариҙел, Ейәнсура, Миәкә, Әбйәлил, Саҡмағош райондары еңеүселәр тип табылды. Административ үҙәктәре ҡала булған муниципаль райондар һәм ҡала округтары араһында Бәләбәй районы һәм Октябрьский, Нефтекама ҡалалары еңеп сыҡты, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай уҡ 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса өҫтәмә гранттар менән Тәтешле районы һәм Күмертау ҡалаһы билдәләнде. Уларҙа, алдағы осор менән сағыштырмаса, күрһәткестәр йәһәтенән иң яҡшы ыңғай динамика күҙәтелә.
— Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге 150 күрһәткесте үҙ эсенә алған туғыҙ йүнәлеш буйынса баһаланды. Улар халыҡтың йәшәү сифатын, яңы алымдар һәм идара итеү принциптарын ҡулланыу кимәлен билдәләй. Бынан тыш, бюджет средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы билдәләгән күрһәткестәргә, шулай уҡ халыҡтың урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә баһа биреүенә һәм кешеләрҙең мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатынан ҡәнәғәт булыуына төп баҫым яһалды, - тип билдәләнеләр матбуғат хеҙмәтенән.
Урындағы власть эшмәкәрлеген ҡеүәтләү маҡсатында булдырылған был рейтинг Башҡортостанда икенсегә төҙөлә. 2010 йыл һөҙөмтәләре буйынса Әлшәй, Ауырғазы, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Хәйбулла райондары һәм Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары гранттарға лайыҡ булғайны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика