11:59 (UTC+5), 18 Октябрь 2012

Йыл башынан алып Башҡортостанда 1,4 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән

Рәсүл Хәмиҙуллин
Ағымдағы йылдың туғыҙ айы эсендә Башҡортостанда 16 мең фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 1,4 миллион квадрат метр тәшкил итә. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса был күрһәткес 112,2 процентҡа тиң.
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органынан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлгән торлаҡтың төп өлөшө элеккесә шәхси төҙөүселәргә тура килә. Уларҙың өлөшө - 76,3% (2011 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында – 78,3%). Улар 10 меңдән ашыу шәхси торлаҡ йорт төҙөгән. Уларҙың дөйөм майҙаны – бер миллиондан ашыу квадрат метр.
Йыл башынан алып ауыл ерендә – 693,4 мең, ҡала ерендә 742 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Иң күп йорт Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрйән, Иглин һәм Шишмә райондарында төҙөлгән.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан өсөнсө урын биләй. Беренсе урында – Татарстан, икенселә – Сыуашстан. 2012 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарына торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында тора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика