11:09 (UTC+5), 17 Октябрь 2012

Республикала «500 ферма» маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һаны арта

Галина Бахшиева
Башҡортостанда «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һаны арта. Көн элгәре уларға Бүздәк районының «Бүздәк» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Тәтешле районының «Таң» предприятиеһы, Баҡалы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм Ҡалтасы районының «Заря» ауыл хужалығы етештереү кооперативы ҡушылды.
Бөгөнгө көндә Башҡортостанда «500 ферма» республика маҡсатлы программаһында 59 хужалыҡ ҡатнаша.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта программала ҡатнашҡан 12 хужалыҡта 14 һөт фермаһы файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дүртәүһе - Стәрлетамаҡ районында, өсәүһе - Дүртөйлө районында, берәр ферма Ҡыйғы, Мәләүез, Ауырғазы, Краснокама, Күгәрсен, Илеш һәм Учалы райондарында урынлашҡан.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «500 ферма» республика маҡсатлы программаһы ярҙамы менән йәнә бер нисә объектта эштәр аҙағына яҡынлаша. Шулай итеп, октябрҙә генә Башҡортостандың 15 районында 20-гә яҡын һөт-тауар фермаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика