09:56 (UTC+5), 17 Октября 2012

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә ағас эшкәртеү өлкәһен үҫтерергә кәрәк»

Галина Бахшиева
17 октябрҙә Өфөлә ағас материалдарҙы дәүләт иҫәпкә алыу системаһына арналған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтә.
Әлеге ваҡытта урман хужалығын, шулай уҡ ағас әҙерләү һәм эшкәртеү буйынса урман сәнәғәте предприятиеларын үҙ эсенә алған илдең урман комплексында ағас материалдарҙы дәүләт иҫәпкә алыу системаһы юҡ. Был дәүләт һәм шулай уҡ бизнес өсөн кире һөҙөмтәләргә килтерә, тине конференцияла Федераль урман хужалығы агентлығы башлығы Виктор Масляков. Уның менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килешә.
— Урман – бик мөһим стратегик ресурс, ә урман хужалығы – Рәсәй иҡтисадының иң перспективалы өлкәләренең береһе, - тип билдәләне бөгөн бөтә Рәсәй конференцияһында республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, урман комплексының мөмкинлектәре әлеге ваҡытта тулы кимәлендә ҡулланылмай. Хәлде үҙгәртер өсөн, производствоны яңыртыу, тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу, шул иҫәптән ағасты тәрән эшкәртеү талап ителә.
Төбәк башлығы хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙән, шул иҫәптән Башҡортостандан сит илгә күпселек йәһәттән эшкәртелмәгән ағас сығарыла. Уның урынына ил әҙер изделиелар ала. Шуға күрә алынған табыштың ғәйәт ҙур өлөшө Рәсәй ағасын эшкәрткән сит ил компанияларында ҡала.
— Беҙгә ағас эшкәртеү өлкәһен үҫтерергә, ағас эшкәрткән ҙур производстволар барлыҡҡа килһен өсөн шарттар булдырырға кәрәк, - тине Башҡортостан Президенты.
Kronospan предприятиеһы бындай производстволарҙың береһе буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 августа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Kronospan Holdings East Ltd компаниялар төркөмө башлығы Питер Кайндл менән ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдарын етештереү буйынса республикала ҙур предприятие төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
Яңы производство Башҡортостандың Өфө районында урынлашасаҡ һәм 2014 йылда продукция етештерә башлаясаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы яҡынса 15 миллиард һум тәшкил итәсәк.
— Беҙгә урман хужалығының яңы моделе кәрәк. Ул ғәҙел һәм асыҡ булырға тейеш. Конференция унда ҡатнашыусылар өсөн файҙалы булыр, тип ышанам. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Федераль урман хужалығы агентлығы менән артабан да хеҙмәттәшлек итергә әҙер, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика