09:29 (UTC+5), 28 Сентября 2012

Төбәктә инвестициялар буйынса вәкил вазифалары булдырыласаҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың һәр муниципалитетында инвестициялар буйынса вәкил вазифаһы булдырыласаҡ. Был хаҡта 28 сентябрҙә БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов рәйеслегендә үткән «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы идараһы ултырышында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин хәбәр итте.
— Беҙҙә инвесторҙар менән эшләүҙең яңы технологияларын индереү, инвестицион мөхит булдырыу мәсьәләләре өлгөрөп етте, - тип билдәләне министр. – Муниципаль кимәлдә үҙгәрештәр индермәйенсә тороп, уңайлы инвестицион мөхит булдырыу буйынса эште тулыһынса башҡарып булмаясағын аңлайбыҙ.
Евгений Маврин һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда инвесторҙар менән эшләү технологиялары хаҡтары 100 миллион һумдан алып тәшкил иткән инвестиция проекттарына ҡарата ҡулланыла. Министрлыҡ белгестәре фекеренсә, яңы институт ярҙамында был процедуралар арзаныраҡ проекттарға ла ҡағылырға тейеш.
Владимир Балабанов һүҙҙәренсә, дөйөм алғанда был дөрөҫ йүнәлеш.
— Минеңсә, инвестициялар буйынса вәкил вазифаһын хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары башҡарырға тейеш. Әйткәндәй, территорияла инвестицион әүҙемлек мәсьәләһенә тап ул контроллек итергә тейеш, - тип билдәләне БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм Совет идараһы рәйесе Сергей Молчановҡа йыл аҙағынаса иҡтисад буйынса урынбаҫарҙарҙы ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмәгә йыйып алырға тәҡдим итте.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика