05:37 (UTC+5), 28 Сентябрь 2012

Башҡортостан командаһы «Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион төбәге» конкурсында өсөнсө урын яуланы

Галина Бахшиева
Санкт-Петербургта «Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион төбәге» конкурсы финалы тамамланды, ул V Халыҡ-ара инновация форумы сиктәрендә ойошторолдо.
— Интерактив ток-шоу форматында командалар төбәктәренең инновацион мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Эш һөҙөмтәләре буйынса бер нисә тиҫтә проект араһынан ярым финалға – 13, финалға 5 команда үтте. Улар иҫәбендә беҙҙең республика командаһының «БР Күп функциялы ғилми инновация үҙәге» проекты ла бар, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева.
Конкурс өс этапта үткәрелде. Дөйөм рейтинг жюри ағзаларының, залдың һәм интернет менән ҡулланыусыларҙың тауыштарынан төҙөлдө. Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Күп функциялы ғилми инновация үҙәге проекты өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә бына ижади этап һөҙөмтәләре буйынса республика командаһы иң яҡшыһы тип танылды.
— Беҙҙең проекттың ижади өлөшө – ул киләсәккә күҙ һалыу. Төп идея – донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Унан да бигерәк, ул әле үк үҙгәрә башланы. Алға табан барыр өсөн төп нигеҙҙе капитал түгел, ә интеллектуаль милек тәшкил итергә тейеш, ә инновацион идеялар яңы иҡтисадтың төп ҡиммәттәре булырға тейеш, - тип һөйләне Башҡортостандың Территориаль инновациялар үҙәге директоры Артур Богданов.
Уның һүҙҙәренсә, конкурс йомғаҡтары буйынса БР Күп функциялы ғилми инновация үҙәге проекты Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының төбәктәрҙе үҫтереү буйынса федераль программаһына индереү өсөн тәҡдим ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика