09:30 (UTC+5), 27 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов элекке СССР-ҙың газ һәм нефть сәнәғәте ветерандары менән осрашты

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин
26 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә үҙенең ойошторолоуының 40 йыллығын билдәләгән «Миннефтегазстрой» (СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығы) етәксеһе Владимир Чирсков менән осрашты. Осрашыуға ошо өлкәлә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар ҙа йыйылды.
— Министрлыҡ 1972 йылдың 20 сентябрендә булдырыла. Быйыл был көндө беҙ Төмәндә булдыҡ, сөнки унда ойошмаларыбыҙ бик күп. Яғыулыҡ-энергетика комплексын булдырыу йәһәтенән икенсе төп төбәк – ул Башҡортостан, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Чирсков.
— Министрлыҡ системаһында эшләү бәхете миңә лә тейҙе, - тине Рөстәм Хәмитов. – Дүрт-биш йыл самаһы ғына эшләһәм дә, министрлыҡтың ҡеүәтен, ниндәй ҡатмарлы бурыстарҙы тормошҡа ашырыуын, кешеләрҙең тырышлығын күреү һәм аңлау өсөн ошо ваҡыт та етте.
Президент тармаҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ветерандарға рәхмәт әйтте.
— Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре союзы изге бурыс үтәй һәм беҙҙең республика тармаҡ ветерандарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика