Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2012, 12:47
Башҡортостанда көнбағыш 68 процент майҙанда йыйып алынған
Республиканың 33 районында көнбағыш һуғыу бара. Был техник культураны үҫтереү менән йәмғеһе 37 район шөғөлләнә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, көнбағыш төбәктә 112 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 68 процент тәшкил итә. Уртаса уңыш – гектарынан 8,2 центнер.
Иң юғары уңыш – гектарынан 12 һәм унан күберәк центнер – Ҡырмыҫҡалы, Өфө һәм Саҡмағош райондарында.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 92,5 мең тонна көнбағыш һуғып алынған.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
ауыл хужалығы
урып-йыйыу-2012
Читайте нас