10:12 (UTC+5), 26 Сентября 2012

Республика Президенты эконом класындағы торлаҡ төҙөү өсөн яуаплы кешеләрҙе атаны

Әлфиә Шәрәфетдинова
Торлаҡ төҙөү беренсе сиратта хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙән һанала, тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25 сентябрҙә алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. Унда БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, төҙөүсе компаниялар, хоҡуҡ һаҡлау һәм контроллек итеү ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
Бөгөн республикала күҙәтелгән торлаҡ, айырыуса эконом класындағы торлаҡ дефициты кешеләрҙең шикле һатыусыларҙан торлаҡ һатып алыуына сәбәп булып тора, тип иҫәпләй Президент.
— Торлаҡ булһа, кешеләр мутлашыусыларға бармаҫ ине, фатирҙарҙы ғәҙәти компанияларҙан һатып алыр ине, - тип билдәләне Президент.
Уның һүҙҙәренсә, республикала йәмғеһе 25 йорт проблемалы һаналған, уларҙың 19-ы Өфөлә урынлашҡан. Бөгөнгө көндә был исемлектә 10 йорт иҫәпләнә, уларҙың алтауһы – быйыл, ҡалғандары киләһе йылдың тәүге ярты йыллығында сафҡа индереләсәк. Башҡортостанда йәмғеһе 2500-ҙән ашыу кеше намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән. Алданған өлөшсөләр төркөмө ҡабаттан барлыҡҡа килмәһен өсөн, Президент кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы «төҙөлөш майҙансыҡтарына сығырға» саҡырҙы.
— Оҙаҡҡа һуҙмайынса эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөн башларға кәрәк, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Торлаҡ төҙөү мәсьәләһе өсөн ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, был мәсьәләне контролдә тотҡан вице-премьер яуап бирәсәк. Шуға күрә шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр был эште урынынан ҡуҙғатмаһағыҙ, уны икенсе кешеләр башлаясаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика