11:15 (UTC+5), 26 Сентябрь 2012

Башҡортостан Санкт-Петербургта Халыҡ-ара инновация форумында үҙенең проектын тәҡдим итә

Галина Бахшиева
26 сентябрҙә Санкт-Петербургта V Халыҡ-ара инновация форумы старт ала. Уның сиктәрендә Төбәктәрҙе инновацион йәһәттән үҫтереү агентлығы етәкселеге аҫтында Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион субъекты исеменә конкурс үткәрелә.
— Командалар төбәктәренең инновацион мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ. Барлыҡ проекттар илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм үҫеш институттары кимәлендә экспертиза үтәсәк. Иң уңышлылары төбәктәрҙе үҫтереү буйынса федераль программалар нигеҙен тәшкил итәсәк, - тип һөйләне Башҡортостан Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева.
Башҡортостан исеменән конкурста республиканың Территориаль инновациялар үҙәге, Кластерлы үҫтереү үҙәге һәм Венчур фонды етәкселәре сығыш яһай. Улар төбәктең күп функциялы ғилми инновацион үҙәген тәҡдим итәсәк. Уны булдырыу башланғысы менән БР Фәндәр академияһы сығыш яһағайны. Аҙаҡтан был идеяны БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, шулай уҡ төбәктең Фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды яҡлап сыҡты.
— Яңы структура республиканың барлыҡ инновацион мөмкинлектәрен бер урынға тупларға мөмкинлек бирәсәк, - тине Светлана Седелева.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика