05:21 (UTC+5), 24 Сентябрь 2012

Дмитрий Медведев Башҡортостандың перспективалы проекттары менән танышты

Сергей Захаров
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Сочиҙа үткән XI Халыҡ-ара инвестиция форумында республика стенды менән танышты. Йола буйынса, форум эшендә Рәсәйҙең бөтә тиерлек төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты.
Башҡортостан делегацияһын республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкләне. Ул Дмитрий Медведевты «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар менән таныштырҙы. Улар – гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү буйынса «РусГидро-Альстом» заводын һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркын төҙөү, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм газ химияһы һәм машиналар эшләү консорциумдары.
— Башҡортостандың бөтә йүнәлештәр буйынса инвестиция мөмкинлектәрен, сәнәғәтен тәҡдим итеү өсөн беҙҙә барлыҡ техник мөмкинлектәр ҙә бар, - тине Юрий Пустовгаров. – Ғөмүмән алғанда, беҙҙең резидент булырға теләк белдереүселәр бик күп. Беҙ барыһын да саҡырабыҙ, уларға булышлыҡ итергә һәм ярҙам күрһәтергә әҙер булыуыбыҙ хаҡында әйтәбеҙ.
Башҡортостан стендында республикала 2013 йылда үтәсәк мөһим форумдар тәҡдим ителде. VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары, «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы, «Һөт иле» бөт Рәсәй фестивале айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең самиттары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика