13:40 (UTC+5), 18 Сентября 2012

Республика Президенты Федераль һауа транспорты агентлығы башлығы менән осрашты

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Федераль һауа транспорты агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа шишәмбе, 18 сентябрҙә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Федераль һауа транспорты агентлығы етәксеһе Александр Нерадько ҡул ҡуйҙы. Республика йортонда үткән осрашыуҙа Башҡортостандың транспорт комплексы вәкилдәре федераль үҙәктәге хеҙмәттәштәре менән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммитарына Өфө аэропортын әҙерләү мәсьәләһен тикшерҙе.
— Башҡортостан Республикаһын мөһим ваҡиғалар көтә – 2015 йылда беҙгә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммитарын үткәрергә кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. Шул уҡ ваҡытта был сараларға бөгөндән үк әҙерләнә башларға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Александр Нерадько һүҙҙәренсә, тәү сиратта башҡарыла торған эштәр билдәләнгән. Атап әйткәндә, федераль милектә булған реконструкцияланасаҡ объекттар исемлеген ентекле әҙерләп, проектлау эштәренә тотонорға кәрәк.
— Иң мөһиме, был мәсьәләләрҙе хәл иткәндән һуң, беҙҙә 2015 йылға яңы инфраструктура булдырыласаҡ. Артабан ул халыҡ-ара йүнәлештәрҙә пассажирҙар ташыу һәм шулай уҡ төбәк авиацияһын үҫтереү өсөн дә файҙаланыласаҡ, - тип билдәләне Федераль һауа транспорты агентлығы башлығы. Федераль агентлыҡтың бындай сараларҙы үткәреү буйынса тәжрибәһе ҙур, тине Александр Нерадько.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика