13:05 (UTC+5), 17 Сентябрь 2012

Республика Президенты: «Предприятиеларҙы һатырлыҡ ул тиклем аҡсаға мохтаж түгелбеҙ»

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика милкендә булған ҙур предприятиеларҙы һатыуға кире ҡарашта. Уның һүҙҙәренсә, улар төбәктә ни бары өсәү ҡалған - «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты һәм «Башспирт» берләшмәһе.
— Инвесторҙар ҙур предприятиелар менән, әлбиттә, ҡыҙыҡһына. Әммә уларҙы һатырлыҡ беҙ ул тиклем аҡсаға мохтаж түгел. Был предприятиеларҙың уңышлы эшләүен, керем биреүен күрәбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов, «Вести – Башкортостан. События недели» тапшырыуында республика халҡының һорауҙарына яуап биреп.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «шәхси ҡулға тапшырылған предприятиелар яҡшыраҡ эшләй, тигән фекер йөрөй. Эйе, бер ни тиклем был дөрөҫ тә. Әммә шул уҡ ваҡытта оптималләштереү процестары арҡаһында кешеләрҙең йыш ҡына урамда ҡалыуын аңлайбыҙ һәм беҙгә бындай оптималләштереү эҙемтәләрен хәл итеү ауырға төшә».
— Шуға күрә алдағы ваҡытта дәүләт пакеттарын һатырға уйламайбыҙ. Икенсе яҡтан, был предприятиелар өсөн яҡшы хаҡ билдәләнһә, уларҙы тулыһынса түгел, ә бер өлөшөн һатыу хаҡында уйлаясаҡбыҙ. Сөнки Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреү сиктәрендә беҙгә лә төҙөлөш эштәрен алып барырға кәрәк. Әммә яҡын арала бындай варианттар ҡаралмаясаҡ, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика