05:08 (UTC+5), 12 Сентября 2012

Башҡортостан менән «Мәскәү банкы» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

"Башинформ" | фото: Олег Яровиков
11 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһының президент-рәйесе Михаил Кузовлев менән осрашты. Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу һәм яңыртыу проекттарын тормошҡа ашырыуҙа банктың ҡатнашыуы, электрон төрҙә дәүләт һатып алыуҙары үткәреү кеүек төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Мәскәү банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Кузовлев ҡул ҡуйҙы. Килешеү республиканы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырған ваҡытта яҡтарҙың үҙ-ара килешеп эш итеү тәртибен билдәләй.
«Мәскәү банкы» - Рәсәйҙең ҙур универсаль банктарының береһе, ул илдең биш иң яҡшы банкы иҫәбенә инә. Башҡортостан Республикаһы өсөн бындай ҙур финанс ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим. Беҙҙең иҡтисади мөмкинлектәр яҡшы билдәле. Инвесторҙар йәлеп итеү, предприятиелар төҙөү йәһәтенән алға табан барабыҙ. Тамамланған ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре Башҡортостанда инвестицион әүҙемлектең һиҙелерлек артыуын күрһәтә», - тине Рөстәм Хәмитов.
— Башҡортостанды стратегик мөһим төбәк тип иҫәпләйбеҙ. Өфөлә беҙҙең филиал 2006 йылда булдырылды, әммә ул үтә әүҙем эшләмәне. Шуға күрә эшләнмәй ҡалғанды эшләп бөтөрөргә уйлайбыҙ. Республикала тормошҡа ашырылған проекттарҙы финанслауҙа ҙур теләк менән ҡатнашыр инек, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Кузовлев.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика