Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2012, 16:44
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу тураһында иң яҡшы материал авторы 100 мең һум аҡса аласаҡ
Башҡортостан Хөкүмәте киң мәғлүмәт сараларында 2012 йылға торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуҙы иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсы иғлан итә.
Бәйге түбәндәге дүрт номинация буйынса үткәрелә: «Матбуғат баҫмалары», «Тармаҡ матбуғат баҫмалары», «Телевизион тапшырыуҙар һәм сюжеттар» һәм «Интернет-публикациялар». Һәр береһендә өсөшәр призер билдәләнәсәк, 70 меңдән 100 мең һумға тиклем аҡсалата премиялар ҡаралған.
Республика Хөкүмәте
бойороғона
ярашлы, премия фондының 50 проценты – мәғлүмәт биреүгә, аныҡлау эшенә, ҡалған 50 проценты проектты ойоштороуҙа ҡатнашҡан предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә премия биреүгә файҙаланылырға тейеш.
Конкурсҡа йомғаҡ 2013 йылдың 10 февраленә тиклем яһаласаҡ.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
бр хөкүмәте
конкурстар
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Читайте нас