06:10 (UTC+5), 07 Сентябрь 2012

Республика Президенты: «Машиналар эшләү – иҡтисадтың мөһим өлөшө»

Любовь Колоколова
— Машиналар эшләү беҙҙең өсөн иҡтисадтың мөһим өлөшө булып тора. Бында ике төп йүнәлеш бар. Беренсеһе – авиация двигателдәрен етештереү. Был өлкәлә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе флагман булып тора. Вертолеттар етештергән Күмертауҙағы икенсе авиация предприятиеһында ла эштәр яйлы. Етештереү күләмдәре артҡанға күрә, унда хеҙмәткәрҙәр ҙә етешмәй. Икенсе йүнәлеш – нефть, нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү тармаҡтары өсөн машиналар эшләү. Был өлкә предприятиелары ла тулы ҡеүәтенә эшләй, уларҙа ла шулай уҡ үҫеш күҙәтелә, - тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, РБК мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы сиктәрендә журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, шулай уҡ транспорт мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Республикала автобустар етештерелә, тип билдәләне ул. Нефтекама автозаводында ағымдағы йылдың октябрендә «Маркополо» автобустары етештерелә башлаясаҡ. 2014 йылға сериялы производство булдырыласаҡ.
«Маркополо» — донъя класындағы автобустар етештергән билдәле Бразилия компанияһы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә автобустар етештереү һәм һатыу буйынса берлектә предприятие асыу тураһындағы килешеү бер йыл элек төҙөлгәйне. Автобустар «КамАЗ» йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы - «Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика