05:18 (UTC+5), 07 Сентября 2012

Рөстәм Хәмитов инвестициялар йәлеп итеү өсөн өс өҫтөнлөклө тармаҡты билдәләне

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов инвестицияларға мохтаж өс тармаҡты билдәләне. Улар – ауыл хужалығы, химия һәм ағас эшкәртеү. Был хаҡта ул Мәскәүҙә РБК мәғлүмәт агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы сиктәрендә хәбәр итте.
— Бөгөн беҙ ауыл хужалығын әүҙем үҫтерәбеҙ. Республика халҡының 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, яҡынса 150 мең ауыл кешеһе аҡса эшләү маҡсатында Себергә бара, эш урындарын үҙебеҙҙә булдырырға кәрәк, - тип билдәләне БР Президенты.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә республикала һөт етештереүҙе ойоштороу, сусҡасылыҡ фермаларын булдырыу, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса ҙур инвестиция проекттары бар.
— Беҙҙең өсөн был төп өҫтөнлөк булып тора, - тине аграр комплекс хаҡында Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта ул Башҡортостандың, нефть республикаһы булараҡ, нефть химияһы һәм химия өлкәләренә инвестициялар йәлеп итеүгә мохтаж булыуын билдәләне.
— Минеңсә, химия республиканың ғына түгел, тотош илдең дә иҡтисадын үҫтереүсе йүнәлештәрҙең береһе булып тора, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.
Инвестициялар йәлеп итеү өсөн өсөнсө өҫтөнлөклө тармаҡ – ағас эшкәртеү. Рөстәм Хәмитов быйыл ағас эшкәртеү буйынса ҙур предприятие төҙөлә башлаясағы хаҡында әйте. Предприятие йылына өс миллион кубометрға яҡын ағас эшкәртәсәк.
Проекттың дөйөм хаҡы – яҡынса 500 миллион евро. Ул биш йылға иҫәпләнгән. Беренсе сират (хаҡы – 160 миллион евро) 2014 йылда эшләй башлаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика