Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Сентябрь 2012, 15:23
Башҡортостан халҡы 2012 йылда 10 тонна бал ашаясаҡ
Ағымдағы йылда республика умартасылары 15 мең тоннаға яҡын бал йыйған. Бының яҡынса өстән бер өлөшө икенсе төбәктәргә һатыуға ебәреләсәк, ҡалғанын – Башҡортостан халҡы ашаясаҡ. Был хаҡта 6 сентябрҙә РБК мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
— Был күрһәткес – әле сик түгел. Теория буйынса республика ресурстары йылына 150 мең тоннаға тиклем бал бирә ала. Бындай күрһәткестәргә ирешеү өсөн тармаҡты әүҙем үҫтерергә, яңы умарталыҡтар булдырырға, умарталар эшләргә кәрәк, - тип аңлатты Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостандың бал етештереү буйынса әлегә конкуренттары юҡ.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ республика умартасылары продукцияһының шифалы үҙенсәлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Мәскәү магазиндарында бал сифатының коэффициенты яҡынса 10 тәшкил итһә, Башҡортостанда был һан 30-50-гә тиң, - тине республика Президенты.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
матбуғат конференцияһы
бр президенты
умартасылыҡ
ауыл хужалығы
Читайте нас