07:06 (UTC+5), 07 Сентября 2012

2012 йылда Башҡортостанда 250 миллиард һум күләмендә инвестициялар көтөлә

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостанда 2012 йылда 250 миллиард һум күләмендә инвестициялар көтөлә. Был хаҡта 6 сентябрҙә Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһы барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. 2011 йылда был һан яҡынса 180 миллиард һум тәшкил иткәйне, тип билдәләне ул.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн төбәктә барлыҡ стандарт саралар ҡулланылған, хәҙер иһә эшләргә генә ҡала.
— Үҙебеҙ хаҡында, атап әйткәндә, бындай матур төбәк барлығы, унда яҡшы кешеләр эшләүе, энергетика, ер буйынса мөмкинлектәр, ресурстар, компетенциялар булыуы тураһында ҡысҡырыбыраҡ һөйләргә кәрәк, - тип белдерҙе БР Президенты.
Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам күрһәтеләсәк, төрлө ташламалар булдырыласаҡ – тәү сиратта уларға бына ошо фекерҙе еткереү зарур, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
— Инфраструктура төҙөлөшөн тулыһынса үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, - тине төбәк башлығы. – Һыу, газ, электр энергияһы, юл, канализация, таҙартыу ҡоролмалары – быларҙың барыһы ла беҙҙең иҫәпкә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика