Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
12:34 (UTC+5), 06 Сентябрь 2012

Өфө юлдарында тәүге инновацион билдәләр төшөрөлдө

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков
Өфөлә, Достоевский һәм Ленин урамдары мөйөшөндә юл билдәләрен ҡабатлаған инновацион билдәләр төшөрөлдө. Улар термопластиктан эшләнгән. Билдәләр һауа температураһы үҙгәреүенә, химик һәм метеорологик тәҫьир итеүгә тулыһынса яраҡлаштырылған.
Уларҙы етештереүсе һәм подрядсы булып «Гевеко» компаниялар төркөмөнә ингән «ЛКФ Ваймаркеринг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Санкт-Петербург) сығыш яһай. Заказсыһы - «Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идаралыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы («СУРСИС»).
— Термопластиктан яһалған юл билдәләре күпкә оҙағыраҡ хеҙмәт итә, - тине «ЛКФ Ваймаркеринг» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Юлиә Мирошина. – Уларҙың составына ҡараңғыла яҡтыра торған бәләкәй быяла шарҙар инә. Билдәләр төҫлө һәм ҙур итеп эшләнгән, быларҙың барыһы ла водителдәрҙең күреү мөмкинлеген яҡшыртыуға йоғонто яһай.
Бындай билдәләр Рәсәйҙең бихисап ҙур ҡалаларында уңышлы ҡулланыла. «Башинформ» агентлығына «СУРСИС» муниципаль унитар предприятиеһы вәкиле Вадим Ҡадыров һөйләүенсә, Өфөлә был әлегә һынап ҡарау маҡсатында ойошторола.
— Билдәләрҙең ни тиклем оҙаҡ хеҙмәт итеүен ҡарап ҡарарбыҙ, - тине ул. – Һөҙөмтәләр ыңғай булһа, эште ҡаланың башҡа участкаларында ла дауам итергә планлаштырабыҙ.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика