12:20 (UTC+5), 05 Сентябрь 2012

Республикала инвестициялар йәлеп итеү темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғарыраҡ

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
Республикала инвестициялар йәлеп итеү темптары Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғарыраҡ.
— Беренсе ярты йыллыҡҡа йомғаҡтар буйынса республикала йәлеп ителгән инвестициялар күләменең артыуы хаҡында әйтә алабыҙ. Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 80 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте, былтырғыға ҡарағанда был 22,5 процентҡа күберәк. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес – 111 процент. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, йыл йомғаҡтары буйынса төп капиталға инвестициялар күләме яҡынса 230 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был ярайһы уҡ ҙур һан, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы, 5 сентябрҙә, Өфөлә үткән өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында.
Комиссияның сираттағы ултырышында ҡатнашыусылар бер нисә мөһим проект буйынса мәсьәләләр тикшерҙе. Улар иҫәбендә – Әлшәй районында ҡошсолоҡ комплексын төҙөүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү, «Салауатбыяла» һәм Благовещен арматура заводы менән килешеү төҙөү (тәү сиратта был предприятиеларға табышҡа һәм мөлкәткә һалымдар буйынса ташламалар булдырыу йәһәтенән), шулай уҡ полиэфир комплексы һәм Өфө машиналар эшләү заводы нигеҙендә ике индустриаль парк булдырыу мәсьәләләре.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика