05:32 (UTC+5), 05 Сентября 2012

Григорий Рапота «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советын етәкләне

«Башинформ»
4 сентябрҙә «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы ултырышы үтте, унда Директорҙар советы рәйесе вазифаһына Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы союздаш дәүләтенең Дәүләт секретары Григорий Рапота бер тауыштан һайланды.
Бындай ҡарар Беларусь Республикаһының әлеге ваҡытта кальцийлы сода етештереү буйынса завод төҙөү проектын тормошҡа ашыра башлауы менән бәйле.
Проект 2012 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Беларусь Республикаһына визиты барышында тикшерелде. Был пландар ике яҡлы партнерлыҡ сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ, уның эшмәкәрлеген координациялау союздаш дәүләт секретары Григорий Рапотаға йөкмәтелде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Белешмә өсөн. Стәрлетамаҡта теркәлгән «Сода» компанияһы – Рәсәйҙең ҙур акционерҙар йәмғиәте. Башҡортостан Республикаһы төп акционер булып тора, ул «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге акциялар пакетының 61,65 процентына эйә. Икенсе ҙур акционер – «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (акциялар пакетының 34,80 проценты).
«Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы составы:
Әхмәтов Спартак Ғәли улы – Башҡортостан Республикаһы Президенты советнигы;
Балабанов Владимир Александрович — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе;
Изотов Алексей Николаевич — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы;
Исҡужин Рәмил Кәбир улы – Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры;
Маврин Евгений Викторович — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры;
Пинигина Надежда Ивановна — «Башҡортостан химияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры;
Пяткин Дмитрий Юрьевич — «Башҡортостан химияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе;
Рапота Григорий Алексеевич — Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы союздаш дәүләтенең Дәүләт секретары;
Смирнов Юрий Всеволодович — «Төбәк фонды» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика