06:10 (UTC+5), 05 Сентября 2012

Башҡортостанда Швеция Короллеге көндәре асыла

Любовь Колоколова
5-9 сентябрҙә Башҡортостанда Швеция Короллеге көндәре үтә. Унда ҡатнашыу өсөн Өфөгә ҙур делегация килә, уның составына Илселек хеҙмәткәрҙәре, Швецияның алдынғы компаниялары вәкилдәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре инә.
Сараны ойоштороусылар булып Швецияның Рәсәйҙәге Илселеге, Швеция сауҙа советы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.
Швеция көндәре республикала тәүгә үтә. Башҡортостан һәм Швеция компаниялары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Швецияның иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф һәм туризм өлкәләрендәге ҡаҙаныштары менән танышыу сараның төп маҡсаты булып тора. Делегацияны Швеция Хөкүмәтенең экологик технологиялар экспорты буйынса махсус вәкиле Матс Деннингер етәкләйәсәк, тип көтөлә.
Бөгөн «Башинформ» агентлығында һәм ИТАР-ТАСС агентлығының Башҡортостан төбәк бюроһында республикала Швеция Короллеге көндәрен асыу тантанаһы үтә. Бынан һуң Швеция делегацияһы «Өфө-Арена» спорт комплексына бара, ә кискеһен «Родина» кинотеатрында Швеция киноһы аҙналығы старт ала. Тамашасылар әлеге илдең ете заманса нәфис фильмын ҡарай аласаҡ.
7 сентябрҙә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында ҡалаларҙың тотороҡло үҫеш концепцияһына арналған SymbioCity семинары ойошторола. Унда ҡалаларҙы комплекслы үҙләштереү, энергияны һаҡсыл һәм һөҙөмтәле файҙаланыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшереләсәк. Семинар сиктәрендә Швецияның был өлкәлә күптән эшләгән компаниялары тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Шул уҡ көнгә Башҡорт дәүләт университетында Швеция тарихы һәм мәҙәниәте буйынса лекциялар планлаштырылған. Көндөң икенсе яртыһында виза үҙәген асыу тантанһы ойошторола, унда Швецияға виза алып буласаҡ.
Бынан тыш, 7-9 сентябрҙә «Швеция көндәре» «МЕГА» сауҙа үҙәгендә үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика