Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
06:51 (UTC+5), 04 Сентября 2012

Башҡортостанда ике һәм өс игеҙ бала өсөн балалар пособиеһына 5 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла

Галина Бахшиева
Республика бюджетынан быйыл тыуған ике һәм өс игеҙ бала өсөн ай һайын түләнә торған балалар пособиеһына 5 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың 1 ғинуарынан бер юлы ике һәм өс игеҙ балаһы тыуған ғаиләләргә дәүләт ярҙамын нығытыу өсөн һәр сабыйға өс йәштәре тулғансы ай һайын 500 һум күләмендә балалар пособиеһы түләү ҡаралғайны.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай пособие ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан бер юлы ике һәм өс игеҙ балаһы тыуған, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаған ғаиләләргә түләнә. 2012 йылдың 1 июненән йәшәү минимумының икеләтә дәүмәле төбәктә 10970 һум тәшкил итә.
— 2012 йыл аҙағына республикала ике һәм өс игеҙ бала өсөн балалар пособиеһы алған кешеләр һанының 900 кешегә етеүе көтөлә, - тип хәбәр итте агентлыҡҡа БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Эльмира Кожаева.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика