Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Август 2012, 16:00

Башҡорт бал ҡорттары Германияға осасаҡ

Өфөгә 30 августа Германияның умартасылар берләшмәһе вәкиле Андрес Эркеленц килде. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙәмтенән хәбәр иттеләр.
Германиянан килгән белгес инә ҡорттарын һатып алырға теләй. Башҡорт бал ҡорттары хаҡында Андрес Эркеленц Берлинда үткән «Йәшел аҙна-2012» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә ишеткән.
Визиттың икенсе көнөндә сит ил ҡунағы Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Архангел районындағы умарталыҡтарына барырға планлаштыра.
Оҙаҡламай, 2 сентябрҙә, инә ҡорттарының беренсе партияһы Башҡортостандан Германияға ебәреләсәк.
Автор: Арина Рәхимҡолова
Читайте нас