08:08 (UTC+5), 28 Августа 2012

Төбәктә фермер хужалыҡтары яңыртыла

Арина Рәхимҡолова
Республикала «Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» маҡсатлы программаһында ҡатнашыусылар һаны арта. Уны тормошҡа ашырыу тураһында Өфөлә үткән «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивалендә журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һөйләне.
– Бөгөн республикала бөлгән хужалыҡтар ярайһы уҡ күп – улар беҙгә Совет власынан уҡ ҡалған. Был фермаларҙы заманса хәлгә килтереү зарур. «500 ферма» программаһы ошо маҡсатта ҡабул ителде лә инде. Бөгөн йөҙгә яҡын фермер был программала ҡатнашыуға заявка бирҙе. Бының ысулы ябай: эштәрҙең 50-55 процентын – хужаның үҙе, ҡалғанын республика түләй, - тип аңлатты төбәк башлығы.
– Башҡортостан Рәсәйҙең баллы төбәге генә түгел, ә һөт иле лә булып ҡала. Был эсемлек – республика брендтарының береһе, һәм алдағы йылдарҙа уны етештереү күләмдәре буйынса беҙгә етеүсе булмаясаҡ, - тигән ышанысын белдерҙе республика Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика