Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Август 2012, 18:17

Республикала яҙғы сәсеүгә орлоҡ әҙерләү эштәре 90 процентҡа башҡарылған

Республиканың 25 районы яҙғы сәсеүгә орлоҡ әҙерләүҙе тамамлаған. БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә был эш 90 процентҡа башҡарылған. Әлегә яҙғы сәсеүгә 265 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән. Илеш һәм Ейәнсура игенселәре планды арттырып үтәгән.
Бынан тыш, республиканың страховка фондын формалаштырыу дауам итә. Әлегә ул 55 процентҡа тулыланған - аграрийҙар 24 мең тонна иген һалған. Шул уҡ ваҡытта 16 район хеҙмәтсәндәре был эште тамамлаған да инде. Дүртөйлө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Саҡмағош һәм Яңауыл райондары бында ҙур өлөш индергән – уларҙың һәр береһе мең тоннанан ашыу иген әҙерләгән.
Төбәктең күсмә фонды ла тулылана. Унда 45 мең тонна орлоҡ һалынған. БР Ауыл хужалығы министрлығынан асыҡлауҙарынса, планға ҡарата был 78 процент тәшкил итә. Башҡортостандың 25 районында был эш тулыһынса башҡарылған. Ә Благовар хеҙмәтсәндәре планды икеләтә арттырып үтәгән.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: