Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Август 2012, 13:44
Башҡортостанда ямғырҙар арҡаһында ураҡ темптары кәмене
Республикала иген 1,52 миллион гектар майҙанда йыйып алынған, 1,51 миллион гектарҙа һуғылған. Шулай итеп, иген 89 процент майҙанда йыйылған. Төбәктә яуып үткән ямғырҙар ураҡ эштәренә йоғонто яһамай ҡалманы.
БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республика аграрийҙары менән йәмғеһе 1,691 тонна иген һуғып алынған. Уртаса уңыш гектарынан 11,2 центнер тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта Әлшәй, Архангел, Борай, Бөрйән, Иглин, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Яңауыл райондары игенселәре ураҡты уңышлы тамамлаған.
Уңдырышлыҡ буйынса түбәндәге райондар лидерҙар иҫәбендә: Илеш (гектарынан 18,8 центнер), Дүртөйлө (17,1), Саҡмағош (17), Стәрлетамаҡ (16,6) һәм Шишмә (16,2) райондары.
Һуғылған иген күләмдәре буйынса Стәрлетамаҡ механизаторҙары әүәлгесә алдынғылыҡты бирмәй – улар 116 мең тонна иген йыйып алған.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
ауыл хужалығы
ураҡ-2012
Читайте нас