11:26 (UTC+5), 24 Августа 2012

Төбәктә урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға контракт суммаһы 72 миллион һум тәшкил итәсәк

Галина Бахшиева
2012 йылда Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 72 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Федераль бюджеттан – 66 миллион, республика бюджетынан 6 миллион һум бүленәсәк.
— Яҡын арала Рәсәй Хөкүмәтенең быйыл техника һатып алыу тәртибен билдәләү тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйыуҙарын көтәбеҙ. Төбәккә бүленгән средстволарға 34 машина, шул иҫәптән УАЗдар, КАМАЗдар, САЗдар, «Беларусь» тракторҙары, ДТ, шулай уҡ бер махсус бульдозер һатып алынасаҡ, - тип хәбәр итте Туймазы районында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү барышында БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин.
2011 йылда федераль үҙәк янғын һүндереү техникаһы һатып алыуға Башҡортостанға 69 миллион һум аҡса бүлгәйне. Республика бюджетынан был маҡсаттарға дөйөм алғанда 68,4 миллион һум тотонолғайны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика