15:58 (UTC+5), 23 Август 2012

Ирек Ялалов Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе айҡанлы комментарий бирҙе

Арина Рәхимҡолова
22 августа Рәсәй Федерацияһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ҡатнашыусыһы статусын алды.
Ошоға бәйле Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов комментарий бирҙе:
– Беҙҙең ил 20 йыл буйына тиерлек был хоҡуғына иреште. Был ваҡиғаны оҙайлы ваҡытҡа кисектереү Рәсәйҙе көслө конкурент итеп күреүҙәре хаҡында һөйләй. Әммә дөйөм Рәсәй кимәленән ҡалаға әйләнеп ҡайтҡанда, Өфөнөң иҡтисади хәленә бәйле ҡайһы бер шиктәр ҙә килеп тыуа.
Мәҫәлән, ауыл хужалығы өлкәһендә республика үҙгәрештәр тоймаясаҡ. Моторҙар эшләү кеүек юғары технологиялы производстволарҙың иҡтисади хәленә лә сауҙа ойошмаһына инеү йоғонто яһамаясаҡ, тип уйлайым. Шул уҡ ваҡытта Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ҡатнашыусыһы статусы республикаға һәм, ғөмүмән, илгә импорт тауарҙар ҡайтарылышы йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса. Ойошмаға инеү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләргә иртәрәк әле. Әммә иҡтисади хәлдә айырыуса насар үҙгәрештәр күҙалланмай. Киреһенсә, халыҡ ыңғай үҙгәрештәр генә тойор, тип уйлайым. Республика етештереүселәренә һөҙөмтәлерәк эшләргә тура киләсәк. Хәҙер сәнәғәт үҫешенең бер генә юлы бар – производствоны донъя стандарттары кимәленә күтәреү, - тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика