Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Август 2012, 13:32

Республикала яҙғы сәсеүгә орлоҡ әҙерләү аҙағына яҡынлаша

Башҡортостан хужалыҡтары яҙғы сәсеүгә 238 мең тонна орлоҡ әҙерләгән, был планға ҡарата 81 процент тәшкил итә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ун ике районда яҙғы сәсеүгә етерлек күләмдә орлоҡ әҙерләнгән. Ә Борай, Иглин, Илеш һәм Ейәнсура аграрийҙары орлоҡ әҙерләү буйынса планды арттырып үтәгән.
Әлеге ваҡытта республиканың страховка фондына 17 мең тонна (38 процент) иген һалынған. Бында һигеҙ райондың хужалыҡтары планды үтәгән. Күсмә фондҡа ла иген һалыу буйынса эштәр әүҙем алып барыла, унда 43 мең тонна (76 процент) иген һалынған. Был эштәр 25 районда тулыһынса тамамланған. Күп йыллыҡ үләндәр орлоҡтары яртылаш әҙерләнгән.
Автор:Арина Рәхимҡолова
Читайте нас: