Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Август 2012, 12:08
Республика банкирҙары Түбәнге Новгородта бөтә Рәсәй форумында ҡатнашасаҡ
Республика банкирҙары профессиональ форумда ҡатнашыуға саҡырыла. Быйыл бөтә Рәсәй банктар форумы Түбәнге Новгородта 18-19 сентябрҙә үтә. Сараны ойоштороусы булып Рәсәй банктары ассоциацияһы сығыш яһай.
Әлеге форум «Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫешендә банктар роле артыуы (тенденциялар, тәжрибә, проблемалар)» темаһына үткәрелә.
Кредит биреү мәсьәләләренә, ссуда сифатына күҙәтеүҙә яңы тенденцияларға һәм уларҙың кредит биреү процесына йоғонто яһауына айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Банк хеҙмәткәрҙәренән тыш, форумда федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, эксперттар, ғалимдар ҡатнашасаҡ.
Сара программаһы менән Башҡортостан Республикаһының Кредит ойошмалары ассоциацияһы
сайтында
танышырға була.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
банктар
форумдар
Читайте нас