04:33 (UTC+5), 16 Августа 2012

Средстволарҙың Башҡортостандан ситкә китеү мәсьәләһен айырым ведомство хәл итәсәк

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың дәүләт власть органдары системаһында яңы структура булдырыласаҡ. Был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов 15 августа үткән БР Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ведомство ҙур булмаясаҡ, ул административ хоҡуҡтарға эйә булған аналитиктар төркөмөнән торасаҡ.
— Был йә Президент, йә Хөкүмәт ҡарамағындағы структура була – бөгөн был бер үк нәмә тиерлек, йәки был Хөкүмәт составындағы структура буласаҡ, ул һалым хеҙмәтенә ярҙам итәсәк, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Аҡсаларҙың республиканан ситкә китеү мәсьәләһе бындай структураны булдырыуҙың төп сәбәбе булып тора, тине төбәк башлығы. Бөгөнгө көнгә был мәсьәләне бер ведомство ла хәл итмәй.
— Республиканың ни өсөн бихисап ҙур федераль системалар өсөн донор булып китеүен аңларға тейешбеҙ. Был сауҙа, мәғлүмәт, транспорт һәм башҡа системаларға ҡағыла. Бөгөн табыш үҙәктәре республиканан ситкә сығарылған, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Ниндәй средстволарҙың республиканан ситкә сығарылыуын, уларҙың ҡайҙа тупланыуын яңы ведомство асыҡлаясаҡ та инде. Һөҙөмтәлә, яңы булдырыласаҡ структура ярҙамында республика бюджеты килемен арттырыу мәсьәләһен хәл итеү ҡарала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика