05:27 (UTC+5), 16 Августа 2012

Эш хаҡы үҫеше инфляция темптарынан алдараҡ барырға тейеш, тип иҫәпләй төбәк башлығы

Әлфиә Шәрәфетдинова
Эш хаҡы үҫеше инфляция темптарынан алдараҡ барырға тейеш. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың власть органдары алдына тап шундай бурыс ҡуйҙы.
— Кемдер, быға өлгәшеп булмаясаҡ, тип әйтер. Әммә был дәүләттең төп бурысы булып тора. Халыҡ именлеге үҫеше инфляцияға бәйле процестарҙан алдараҡ барһын өсөн дәүләт барлыҡ шарттар булдырырға тейеш, - тип белдерҙе республика башлығы 15 августа үткән БР Хөкүмәте ултырышында. Унда алдағы өс йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса төп параметрҙар тикшерелде.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылға республикала бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фонды, 2011 йыл менән сағыштырмаса, 1,6 тапҡырға – 258,3 миллиард һумдан 412,7 милиард һумға тиклем артасаҡ. 2012 йылда был һан яҡынса 288 миллиард һум тәшкил итәсәк.
2011 йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы, 2010 йыл менән сағыштырмаса, 12,3 процентҡа – 18397 һумға тиклем артты. 2012 йыл аҙағына уртаса эш хаҡы – 20495 һумға тиклем, ә 2015 йылда, 2011 йыл менән сағыштырмаса, 1,59 тапҡырға – 29259 һумға тиклем артасаҡ.
Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 2015 йылда 2011 йылға ҡарата 1,75 тапҡырға артасаҡ.
Инфляцияға килгәндә, 2012 йылда уның кимәле – 4,8 процент, 2013 йылда – 6,2-7,3 процент тәшкил итергә тейеш, ә 2014-2015 йылдарҙа 4,9-5,9 проценттан ашмаҫҡа тейеш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика