Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август 2012, 16:47
Төбәктә Республика адреслы инвестиция программаһын формалаштырыу һәм ғәмәлләштереү ҡағиҙәләре раҫланды
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Республика адреслы инвестиция программаһын формалаштырыу һәм тормошҡа ашырыу ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында»ғы
ҡарарға
ҡул ҡуйҙы.
БР Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, муниципалитет хакимиәттәренә лә ошондай уҡ норматив хоҡуҡи акттар ҡабул итеү тәҡдим ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика адреслы инвестиция программаһы төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең төп проблемаларын хәл иткәндә инвестиция ресурстарын туплауға йүнәлтелгән.
Шулай итеп, 2012 йылда ғына Программаның дөйөм күләме 13,3 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 8,1 миллиард һумы, йәғни 61 проценты һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын үҫтереүгә һәм яңыртыуға йүнәлтелә.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
бр хөкүмәте ҡарары
республика адреслы инвестиция программаһы
Читайте нас: