12:31 (UTC+5), 10 Августа 2012

Башҡортостан төҙөүселәре федераль наградаларға лайыҡ булды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостандың төҙөлөш индустрияһында эшләүсе 70-тән ашыу кеше федераль кимәлдәге наградалар һәм исемдәр алды. Тәбрикләү тантанаһы 10 августа республиканың Төҙөүселәр союзында үтте. Унда БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рәүф Ноғоманов, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов һәм БР Төҙөүселәр союзы президенты Рәшит Мәмлиев ҡатнашты.
Рәүф Ноғоманов һүҙҙәренсә, Башҡортостан төҙөүселәренең хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ.
— Беҙҙең йәмғиәтте үҫтереүгә һеҙ ҙур өлөш индерҙегеҙ, - тине ул. – Традицияларығыҙ киләсәктә лә юғалмаһын. Артабан да һөҙөмтәле һәм әүҙем эшләрһегеҙ, тип ышанғы килә. Башҡортостандың төҙөлөш тармағы юғарыға күтәрелһен өсөн, уртаҡ тырышлыҡтар менән барыһын да эшләргә тейешбеҙ.
Рәшит Мәмлиев билдәләүенсә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн, республиканың төҙөлөш комплексына ең һыҙҡанып эшләргә кәрәк.
Алдынғы төҙөүселәр «Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе» билдәһе, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының почет грамоталары, шулай уҡ башҡа наградалар һәм исемдәр менән наградланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика