13:08 (UTC+5), 09 Август 2012

Республикала иген менән залог операциялары механизмы эшләй башланы

Республикала иген менән залог операциялары механизмы эшләй башланы. Эксперттар фекеренсә, көҙгө баҫыу эштәре тамамланған осорҙа финанс йәһәттән ҡыйынлыҡ кисергән ауыл халҡы өсөн был ҙур ярҙам буласаҡ.
Аграрийҙар иген тапшырғандан алынған аҡсаға яғыулыҡ-майлау материалдары һатып ала, техниканы ремонтлай аласаҡ.
— Ауыл эшсәндәре игенде операторға билдәле ваҡытҡа кире һатып алыу хоҡуғы менән билдәләнгән хаҡ буйынса тапшыра. Әгәр хужалыҡ уңышын 2013 йылдың 1 мартына тиклем ҡабат һатып алмаһа, иген операторҙа ҡала, - тип аңлатты «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Илдар Әмирханов.
Белгестәр фекеренсә, программаны тормошҡа ашырыу республиканың ауыл хужалығы етештереүселәренә тиҙ арала кәрәкле средстволар алырға, эске баҙарҙа иген һаҡлап ҡалырға, игенде уңайлы ваҡытта һәм отошло хаҡ буйынса һатырға мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика