10:48 (UTC+5), 09 Августа 2012

Баш ҡалала төҙөүселәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 600 кеше ҡатнашты

Галина Бахшиева
Баш ҡалала төҙөүселәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 600 кеше ҡатнашты. Төҙөлөш ойошмаларынан тыш, эшкә урынлаштырыу буйынса әлеге сарала сауҙа, дөйөм туҡланыу, транспорт, һаҡ предприятиелары, шулай уҡ консультацион хеҙмәттәр күрһәткән ойошмалар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән. Улар 350-нән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте.
— Эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашҡандар араһынан яҡынса 50 кеше эшкә саҡырыу алды. Эшһеҙҙәр араһынан йәнә 25 кешене предприятие һәм ойошма вәкилдәре беҙҙең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.
Киләһе бындай сара Өфөлә 16 августа үтә, унда һаҡ предприятиелары үҙ вакансияларын тәҡдим итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика