11:10 (UTC+5), 08 Августа 2012

Рөстәм Хәмитов «ЕСМ» компанияһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
8 августа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең электрохимия станоктары етештергән предприятиеһына визиты барышында уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Предприятиела заманса технологиялар һәм металдарҙы эшкәртеү буйынса яңы алымдар ҡулланыла. Бында етештерелгән станоктар ярҙамында иретмәләрҙән төрлө конфигурациялы деталдәр эшләп була. Бындай технология бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ла һорау менән ҡуллана.
Әммә предприятиены йылдам үҫтереү буйынса пландар бөгөнгө ысынбарлыҡҡа тап килмәй: ағымдағы йылда «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бер нисә йөҙ миллион һум суммаға продукция етештерергә тейеш, әммә етештереү күләмдәре 140 миллион һумдан да артмаясаҡ, моғайын.
Предприятиела юғары квалификациялы менеджмент, туранан-тура һатыу һәм бындай ҡорамалдар баҙарын формалаштырыу идарасыһы булмауы бындай хәлдең төп сәбәбе булып тора.
— Ҡорамалдар етештереүселәр үҙҙәре өсөн бындай яңы ысынбарлыҡты формалаштыра алмайҙыр, күрәһең. Уларҙың бурысы – яңы ҡорамалдар эшләү, технологиялар булдырыу, уларҙы ғилем донъяһында тәҡдим итеү. Ә артабан иһә уларҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән структуралар килеп ҡушылырға тейеш, - тине Рөстәм Хәмитов.
Ултырыш барышында компанияны үҫтереү буйынса бер нисә вариант тикшерелде.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика