05:13 (UTC+5), 08 Августа 2012

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда электроника сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын булдырырға тәҡдим итте

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин
Башҡортостанда электроника сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын формалаштырыу зарур. Был хаҡта 7 августа «Солитон» фәнни-тикшеренеү институты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективы менән осрашыуҙа республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
— Беҙҙә традициялар, белгестәр, юғары уҡыу йорттары бар, - тине республика башлығы. – Һәр ваҡыт импорт тауарҙарына өмөт итә алмайбыҙ. Беҙгә электроника баҙарына кире ҡайтырға ваҡыт.
Рөстәм Хәмитов электроника сәнәғәте предприятиеларын берҙәм кластерға тупларға тәҡдим итте. Республика өсөн ул яңы ҡорамалдар етештерер ине.
— Бының өсөн тәҡдимдәрегеҙ, белемегеҙ һәм ярҙамығыҙ кәрәк, - тине Президент, завод коллективына мөрәжәғәт итеп. – Бөгөнгө көнгә «Солитон» предприятиеһының мөмкинлектәре финанс йәһәттән ҙур түгел. Һеҙҙә 2017 йылға етештереү күләмдәре планға ярашлы 900 миллион һум тәшкил итергә тейеш. Был ғына әҙ. Беҙ башҡа үҫеш темптары тураһында һүҙ йөрөтөргә тейешбеҙ. Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығына Башҡортостанда ниндәй тармаҡты һәм нисек үҫтереү кәрәклеге хаҡында ентекле анализ яһарға ҡушасаҡмын.
Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан мөмкинлектәре тулыһынса ҡулланылмай. Шул уҡ ваҡытта үҫеш преспективалары шаҡтай ҙур. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республика иҡтисадында биш төп үҫеш йүнәлеше бар. Электроника сәнәғәтенән тыш, был нефть химияһы, машиналар эшләү, ауыл хужалығы һәм IT-технологиялар.
— Нефть сәнәғәтенә килгәндә, беҙҙә был өлкәлә бихисап тикшеренеү институттары, етди предприятиелар бар. Шуға күрә был йүнәлеш артабан да үҫешәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР Президенты. – Был машиналар эшләү өлкәһенә лә ҡағыла. Авиадвигателдәр эшләүҙән алып нефть сәнәғәте өсөн ҡорамалдар етештереүгә тиклем беҙҙә барлыҡ тармаҡтар ҙа яҡшы үҫешкән. Йәнә бер йүнәлеш – ауыл хужалығы. Халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй. Беҙ уларға ярҙам итергә һәм үҫешеү өсөн мөмкинлектәр бирергә тейешбеҙ. Бындай эш алып барыла. Бөгөн республикала бер нисә ҙур проект тормошҡа ашырыла.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, үҫешеү өсөн яңы өлкәләр эҙләргә, заманса предприятиелар булдырырға кәрәк.
— Был биш йүнәлеш нигеҙендә яңы Башҡортостан образын булдыра алыр инек, - тине Президент.
«Солитон» фәнни-тикшеренеү институты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә эш визиты сиктәрендә Рөстәм Хәмитов предприятиены ҡарап сыҡты. Атап әйткәндә, ул мобиль элемтә үҙәге менән танышты. «Урал» машиналарына урынлаштырылған уникаль система төрлө урында тиҙ арала күп каналлы һанлы элемтә булдырыуҙы тәьмин итә.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика