10:16 (UTC+5), 08 Августа 2012

Өфө ихаталарын ремонтлауға 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде

Любовь Колоколова
Быйыл Өфө ихаталарын ремонтлауға 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Республика бюджеты иҫәбенә яҡынса 170 ихата ремонтланасаҡ. Был хаҡта бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко һөйләне.
— Аҡса бүленде, әммә ҡайһы бер процедуралар оҙаҡҡа һуҙылды, - тип билдәләне Евгений Семивеличенко. - Әлбиттә, төҙөкләндереү эштәре миҙгел башланғас башҡарылырға тейеш. 150 ихата буйынса бындай эштәр августа башланды.
Ҡала Советы рәйесе шулай уҡ былтыр 700-гә яҡын ихата ремонтланыуы хаҡында әйтте. Бындай эш артабан да дауам ителәсәк.
Күп фатирлы йорттарға килгәндә, биш йыл эсендә, Евгений Семивеличенко һүҙҙәренсә, барлыҡ йорттар ҙа ремонтланып бөтөргә тейеш. Баш ҡала булараҡ, Өфөнөң йөҙө һәр яҡлап та күркәм булырға тейеш.
Онлайн-конференцияла «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары шулай уҡ ҡала территорияларын сүп-сарҙан таҙартыу, автомобилдәр өсөн парковка урындарын булдырыу мәсьәләләрен ҡуҙғатты.
— Тимер гараждар ҡала өсөн ҡулай түгел, - тип үҙ фекерен әйтте Евгений Семивеличенко. – Заманса парковкалар кәрәк. Яңы йорттар төҙөгәндә был мәсьәләне күҙ уңында тотоү зарур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика