09:43 (UTC+5), 08 Август 2012

Баш ҡалала күп балалы ғаиләләр өсөн ер участкалары етешмәй

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә күп балалы ғаиләләр һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн муниципаль ер участкалары етешмәй. Был хаҡта «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко хәбәр итте.
— Ҡалала күп балалы ғаиләләрҙән - 1500-гә яҡын, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙән 600-ҙән ашыу заявка ҡабул ителде, - тине Евгений Семивеличенко. – Әлеге ваҡытта ер участкаларын бүлеү башланды, әммә улар күп түгел – яҡынса 30 участка бүленде. Ерҙәрҙе бүлеү өсөн төрлө процедуралар үтергә кәрәк. Бындай эш беҙҙә алып барыла, һәм көҙ башында ер участкаларын бүлеү әүҙемерәк алып барыласаҡ.
Ер участкалары әҙ булғанға күрә, Өфө хакимиәте өҫтәмә майҙандар эҙләү өҫтөндә эшләй, шул иҫәптән Өфө районына ҡараған майҙандар күҙ уңында тотола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика