06:29 (UTC+5), 07 Август 2012

Төбәктә эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә федераль бюджеттан 350 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк

Любовь Колоколова
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 2 авгусындағы бойороғо менән РФ субъекттары бюджеттарына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк субсидиялар бүлеү тәртибе раҫланды.
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты РФ субъекттарын һайлап алыу буйынса конкурста йыл һайын ҡатнаша. Ағымдағы йылда конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Дәүләт комитеты менән әҙерләнгән туғыҙ заявкаһы хупланды, дөйөм суммаһы - 353,861 миллион һум, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Быйыл да субсидиялар эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға монопрофилле муниципаль берәмектәргә, йәғни моноҡалаларға бүленәсәк.
Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, муниципаль программаларға ярҙам күрһәтеүгә быйыл федераль бюджеттан 172 миллион һум аҡса бүленәсәк, былтырғыға ҡарағанда был 22 процентҡа күберәк.
Муниципаль программаларға ярҙам күрһәтеү өсөн субсидиялар ике йүнәлеш буйынса бүленә: лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау, шул иҫәптән лизинг килешеүҙәре буйынса беренсе иғәнә өсөн түләү; бизнесты аяҡҡа баҫтырыуҙың башланғыс стадияһында бләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялаштырыу.
Ғәҙәттә лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау, шул иҫәптән беренсе иғәнә өсөн түләү ярҙамында лизингты үҫтереүгә финанс ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә. 2012 йылда был ярҙам төрө яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға гранттар менән киңәйтелде (максималь күләме – 1 миллион һум). Федераль средстволар шулай уҡ йәштәр эшҡыуарлығы субъекттарына – студенттарға һәм һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға гранттарға бүленде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика