06:42 (UTC+5), 02 Августа 2012

2012 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан бюджеты 58,9 миллиард һумға тулыланды

Галина Бахшиева
Башҡортостан бюджеты килеме буйынса йыллыҡ план 2012 йылдың тәүге алты айы өсөн 57,1 процентҡа үтәлгән. Бюджетҡа 58,9 миллиард һум күләмендә килем килгән. Был хаҡта 1 августа БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында республиканың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, һалым һәм һалым булмаған килемдәр килеүҙең үҫеш темптары буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында – 51-се, Волга буйы федераль округында 12-се урындарҙы биләй. Бер йыл элек республика 42-се һәм 5-се урындарҙа ине.
— Республика бюджетына һалым һәм һалым булмаған килемдәр килеүҙең йыллыҡ планы ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында 52,7 процентҡа үтәлде. Был 43,3 миллиард һумға тиң, 2011 йылдың беренсе ярты йыллығы кимәле менән сағыштырғанда был 4,6 миллиард һумға йәки 11,8 процентҡа юғарыраҡ, - тине Рузалия Хисмәтуллина.
Республиканың Финанс министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәренең күпселек өлөшө йәғни 94,4 проценты ойошмалар табышына һалым, физик шәхестәр табышына һалым, милеккә һалым, шулай уҡ дәүләт милкендә булған мөлкәтте ҡулланыуҙан алынған килемдәр ярҙамында формалаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика