16:19 (UTC+5), 27 Июля 2012

Башҡортостан Президенты «Буринтех» предприятиеһында булды

Ғәлиә Нәбиева
Йома, 27 июлдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Буринтех» предприятиеһында булды, унда ул быраулау ҡорамалдарын етештереүгә баһа бирҙе.
Төбәк башлығы быраулау ҡорамалдарын етештереүҙең барлыҡ этаптарын ҡараны. Рәсәйҙә быраулау эштәренең 60 проценты «Буринтех» продукцияһы ярҙамында башҡарыла, тип һөйләнеләр Президентҡа. 1999 йылдың июнендә генә булдырылыуға ҡарамаҫтан, предприятие Рәсәй баҙарының был тармағында беренсе урындарҙы биләй. Әлеге производствоға инвестициялар күләме һуңғы 10 йылда 2,7 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Компания донъя баҙарҙарына ла әүҙем сыға башланы.
Президентҡа бында етештерелгән продукцияның барлыҡ төрҙәрен күрһәттеләр. Был йөҙгә яҡын быраулау ҡорамалдары төрө.
— Иҡтисади тотороҡһоҙ шарттарҙа һеҙ яуаплы эшмәкәрлек өлгөһөн күрһәтәһегеҙ. Бындай яҡшы һөҙөмтәләр менән һеҙҙе ҡотлайым, - тине республика башлығы, предприятие хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп. – Һеҙҙең предприятие донъяла беренсе булһын өсөн нисек ярҙам итә алыуыбыҙ хаҡында уйларға тырышырбыҙ. Был донъя кимәлендәге компетенциялар үҙәге булырға тейеш.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика